Республика юлдарында водителһеҙ КАМАЗдар йөрөйәсәк

Илдә  "Пилотһыҙ логистика коридоры" тигән проект ғәмәлгә  ашырыла. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уға ярашлы  яһалма  интеллект идара иткән йөк машиналарын М-12 трассаһынан йөрөтөү планлаштырыла. Был юлдың 50 километры Башҡортостан аша  үтә.