Ял итеп, көс туплағандан һуң йәнә хәрби бурысты үтәргә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң Башҡортостан хәрбиҙәренең сираттағы төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яугирҙарҙы «Өфө-Арена» майҙанынан тантаналы шарттарҙа яҡындары, туғандары һәм дуҫтары оҙатты. Ҡайһы бер хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн был отпуск беренсе түгел. Ғаиләнән айырылыу еңел булмаһа ла, кәйефтәр хәрбиҙәрсә, ти ватан һаҡсылары.
Яугирҙар хеҙмәт иткән урынға «Башавтотранс» предприятиеһының уңайлы автобустарында барасаҡ. Республика башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса махсус хәрби операция зонаһына трансфер ойошторолған. Ошо уҡ автобустар яҡташтарыбыҙҙың ситтағы төркөмө алып ҡайтасаҡ.