Баймаҡ районы халҡынан махсус хәрби операция биләмәһенә 23-сө сираттағы гуманитар ылау оҙатылды

Яугирҙарға күсереп йөрөтмәле мунса. Баймаҡ районы халҡынан махсус хәрби операция барған зонаға 23-сө сираттағы гуманитар ылау оҙатылды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Баймаҡ районының мәғариф бүлеге, мәктәп-балалар баҡсалары һәр ваҡыт гуманитар ылау йыйыуҙа ҙур әүҙемлек күрһәтә. Был юлы улар һалдаттарға шәхси эшҡыуар Фәрит Сәлимов тапшырған Уаз‐буханка машинаһын тулыһынса әҙерләп оҙатты. Был уларҙың махсус хәрби операция зонаһына әҙерләгән өсөнсө техникаһы. Уны ремонтлау, буяу эштәрендә мәғариф бүлегенң барлыҡ механиктары, водителдәре ҡатнашты. Автомобиль яу яланында йөрөргә уңайлы итеп эшләнде.

Илебеҙгә оло һынау килгән ваҡытта ярҙам итергә әҙер булған изге күңелле райондаштарыбыҙҙың күп булыуы ҡыуандыра. Был юлы яҡташ яугирҙәр яҙмышына битараф булмаусылар медикаменттар, көнкүреш әйберҙәре, маскировка селтәрҙәре, һыу бактары, бензобысҡылар, генератор һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр йыйҙы.

Эшҡыуарҙар, крәҫтиән фермер хужалыҡтары, ирекмәндәр яуҙағы һалдаттарға хәлдәренән килгән тиклем ярҙам итә. 23-сө ылауға Сыңғыҙ ауылынан эшҡыуар Булат Рәжәпов ике күсереп йөрөтмәле мунса, таҡталар менән ярҙам күрһәтте.