Башҡортостанда балалар киберспорт менән бушлай шөғөлләнә ала

Евразия фәнни-мәғариф үҙәгендә шундай мөмкинлек булдырылды. Программа буйынса лекциялар һәм практик дәрестәр ҡаралған. Балалар киберспорт нигеҙҙәрен өйрәнә, төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Дәрестәр аҙнаһына өс тапҡыр уҙғарыла, 14-17 йәшлектәр араһынан уҡыусылар конкурс нигеҙендә һайлап алына.