Республика парламентының пленар ултырышында ошо турала закон ҡабул ителде. Административ кодексҡа төҙәтмәләр индерелә. Штраф суммаһы 2 мең һумдан 4 мең һумға тиклем була. Депутаттар билдәләүенсә, законға төҙәтмәләр ун йыл индерелмәгән. Норманы боҙоусылар кәмемәй, шуға штрафты арттырырға тәҡдим ителгән.