Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы индексы артҡан

Һүҙ 2024 йылдың ике айындағы күрһәткестәр хаҡында бара. Республика буйынса сәнәғәт производствоһы индексы 109,1 процент тәшкил иткән. Рәсәй буйынса өс процентҡа тиерлек кәмерәк - 106,6 процент. Ыңғай динамика ике секторҙа билдәләнә: эшкәртеү һәм энергетика секторында.

Мәҫәлән, электр ҡорамалдары етештереү 70 процентҡа тиерлек, дарыуҙар һәм медицинала ҡулланылған материалдар етештереү бер ярым тапҡырға артҡан. Машиналар һәм ҡорамалдар, аҙыҡ-түлек, компьютерҙар, электрон һәм оптик изделиелар етештереүҙә индекс 130 проценттан ашыу тәшкил итә.