Мәғариф өлкәһендә күләмле яңырыу. Киләһе өс йылда Башҡортостандың 74 мәктәбендә капиталь ремонт көтөлә. Ошо маҡсатта федераль программа буйынса биш миллиард һумдан ашыу дәүләт ярҙамы алынасаҡ. Ил президенты ҡушыуы тормошҡа ашырылған проектта Өфө ҡалаһы тәүге тапҡыр ҡатнаша, төҙөкләндереү эштәре старт алған белем усағында БЮТ ижади төркөмө лә булды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Капиталь ремонт федераль программаһы сиктәрендә уҙған ике йылда Башҡортостанда 140 мәктәп бинаһы төҙөкләндерелде. Быйыл сиратта - тағы ла 31 белем усағы. Исемлектә Өфөнөң 119-сы мәктәбе лә бар. Был аҙнала подрядсы компания тарафынан ремонт эштәре башланды
Мәғариф учреждениеһын заман талаптарына яраҡлаштырыуға яҡынса 100 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Уҡыусылар яҙғы каникулға китеү менән бинала демонтажлау эштәре ойошторолған, әлегә стена-иҙән ҡатламы илле процентҡа һүтелгән. Эске һәм тышҡы яҡтан биҙәкләүгә әҙерлек алып барыла.
Бинаның майҙаны ете мең ярым квадрат метр. Эш күләме ҙур. Проект буйынса ҡыйыҡты, инженер селтәрҙәрен яңыртыу ҡаралған. Матди-техник базаны нығытҡанда яңы компьютер, интерактив панелдәр ҙә һатып алынасаҡ. Билдәле булыуынса, мәктәпкә 1990 йылда нигеҙ һалынған, капиталь ремонтҡа бында ихтыяж юғары булған.
2026 йылға тиклем республика мәктәптәрен комплекслы ремонтлау һәм йыһазландырыуға федераль ҡаҙнанан 5 млрд 300 миллион һум йүнәлтеләсәк. Дәүләт ярҙамы менән 74 мәғариф учреждениеһы заманса төҫ аласаҡ. Быйылға планда - утыҙҙан ашыу мәктәп, уларҙың күбеһе төҙөкләндерелә башлаған. Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яуаплы ведомство етәкселеген капиталь ремонтҡа килешеүҙәр төҙөү буйынса мәсьәләне тулыһынса хәл итергә ҡушты.
Өфө, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Бишбүләк, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында урынлашҡан алты мәктәптә төҙөкләндереү эштәре быйыл тамамланһа, ҡалғандары буйынса эштәр киләһе йылға тиклем планлаштырылған. Иҫкергән, күптән капиталь ремонт талап иткән мәктәптәр яңырыу кисереп, оҙайлы тәнәфестән һуң балаларҙы йәнә ҡабул итәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина