Өфө ҡалаһы хакимиәте эштең планға ярашлы алып барылыуын билдәләй. Әлеге ваҡытта 3800 тонналыҡ металл ҡоролмаларҙың 1800 тоннаһы урынлаштырылған. Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә белдереүенсә, объектты йыл аҙағына тиклем асыу ҡарала. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Ағиҙел йылғаһы аша һалынған тарихи күперҙәге капиталь ремонт Өфөләге күләмле төҙөлөш эштәренең береһе. Объект бөгөн 47 процентҡа әҙер, контракт хаҡы 4 миллиард 23 миллион һум тәшкил итә. Төҙөкләндереү һул яҡ ярҙан башланды, күперҙең беренсе терәүенән һигеҙенсеһенә тиклем металл конструкциялар йыйылған. Эшселәр әйтеүенсә, арканы һүтеү еңел эш түгел.
Ремонттан һуң арканың элекке ҡиәфәте һаҡлап ҡалынсаҡ. Ни бары металл өлөшөн яңынан ҡойоу, ҡалғанын алмаштырыу ҡаралған. Проект буйынчса, совет заманы символикаһы үҙ урынына ҡайтасаҡ. Ә элеккеһе сеймалға оҙатыла.
Объект 2025 йылға файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Әммә, эш графиктан күпкә йылдамыраҡ барыуға бәйле, ваҡытынан алда тамамланыуы ла ихтимал. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Капиталь ремонт тамамланғас, арканы мотлаҡ тергеҙәсәкбеҙ - күренеше һәм ҙурлығы элеккесә ҡаласаҡ, - тип вәғәҙәләне төбәк етәксеһе.
Азат Ғәлиуллин