Абсолют еңеүсе тип Өфөләге Николай Кузнецов исемендәге 105-cе гимназияның тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Сергей Александрович Наумов билдәләнде.
Тәжрибәле педагог төбәктең мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин ҡулынан диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр алды. Сара сиктәрендә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы һөҙөмтәләре лә иғлан ителде. Билдәле булыуынса, быйыл күләмле бәйгелә 60 педагог ҡатнашҡан, улар араһында Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә туған телде пропагандалаған милләттәштәребеҙ ҙә булды. Конкурстың күп төрлө этаптары һәр ҡатнашыусыны һөнәри яҡтан асыуға булышлыҡ иткән.
Мәртәбәле конкурстың абсолют еңеүсеһе исеменә Баймаҡ районы Иҫке Сибай мәктәбенән Азалиә Варис ҡыҙы Ибраһимова лайыҡ булды. Үҙ эшенең оҫтаһына Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы, 30 мең һумлыҡ аҡсалата премия һәм бағыусыларҙан бүләктәр тапшырылды.