«Яҡтылыҡ өләшеүсе шәхес» Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Ришат Дихиндың иҫтәлегенә нәшер ителгән йыйынтыҡтың исем туйы үтте.
Хәтер кисәһенә уның хеҙмәттәштәре, яҡындары, дуҫтары, әсәһе һәм ҡатыны, балалары килде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Асҡын районы башлығы Ришат Дихин бынан теүәл өс йыл элек 34-се йәшендә коронавирустан вафат булды.
Кисәлә ҡатнашыусылар уның тураһында яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште. Шәхесте һәр кем тырыш, егәрле, оло йөрәкле кеше булараҡ телгә ала. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ ул шиғырҙар, ауылдаштары тормошо тураһында мәҡәләләр яҙа. Башҡорт дәүләт университетында уҡығандан һуң хеҙмәт юлын 2007 йылда Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, иртәнге «Сәләм» тапшырыуында башланы. Артабан Башҡортостан яҙыусылар берлегендә эшләне. «Башҡортостан» гәзите мөхәррире урынбаҫары, Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы. 2019 йылдан ул тыуған төйәге Асҡынға хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнде.