Үҙәк банктан хәбәр итеүҙәренсә, кешеләрҙең электрон почтаһына Федераль һалым хеҙмәте исеменән ялған хат ебәрелә. Унда махсус һылтанма буйынса үтеп декларация тултырырға тәҡдим ителә. Ошо ваҡытта мутлашыусыларға шәхси мәғлүмәт эләгә һәм банк иҫәбенән аҡса урларға мөмкин. Федераль һалым хеҙмәте электрон почтаға хат ебәреп онлайн түләргә тәҡдим итмәй. Белгестәр бындай хәбәрҙәргә иғтибар итмәҫкә һәм интернетта шикле һылтанмалар аша үтмәҫкә кәңәш итә.