Өфөлә юбилей уңайынан адрес таҡталары алмаштырыла

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тарихи биҫтәләрҙә торлаҡ йорттары һәм административ биналар, юл саттарында яңы билдәләр беркетелә. Уларҙың бер өлөшө башҡорт телендә була. Адрес таҡталары июль аҙағына тиклем алмаштырылып бөтөргә тейеш.