"Библиотөн" 20 апрелдә уҙғарыла

"Бөтә ғаилә менән уҡыйбыҙ”. Быйыл “Китапханалар төнө” Бөтә Рәсәй акцияһы ошондай атама аҫтында үтә. Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сара 20 апрелгә тәғәйенләнгән. Акция барышында яҙыусылар менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар ойошторола. “Китапханалар төнө” илдә 13-сө тапҡыр үткәрелә. Былтыр мәҙәни сарала 89 төбәктән 6 меңдән ашыу ойошма ҡатнашҡан.