Рәсәйҙә "Пушкин картаһы" менән ҡулланыусылар исемлеге киңәйтелә

Бындай мөмкинлек урта һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн дә була. Ил президенты Владимир Путин шулай тип белдерҙе. Әле 5 мең һумлыҡ "Пушкин картаһы"н 14 йәштән 22 йәшкә тиклемгеләр ала. Уның менән музей, театр, кино  өсөн түләргә мөмкин.