Башҡортостан «Һөт кухняһы» «Россифат-Хәләл»дең яңы өлгөлө сертификатына эйә булған

Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте. Республика етәксеһе белдереүенсә, документ республика «Һөт кухняһы» продукцияһының юғары сифатлы булыуын дәлилләй, предприятиеға ышанырға мөмкин - ул тәрән комплекслы аудит үткән. «Эремсек, йогурт, һөт составтарында тыйылған ҡатнашмалар юҡ. Кухня хеҙмәткәрҙәре халыҡ-ара стандарт буйынса эш принциптарына өйрәтелгән. Бөгөн республикала Һөт кухняһының 7 цехы эшләй, улар балалар һөт продукцияһы менән льготаһы булған 25 мең кешене һәм кибеттәрҙе тәьмин итә.» тип яҙған Башҡортостан башлығы.