Донбаста активистар хәрби бурыс үтәгән яҡташтары менән осрашып, исемле посылкалар тапшырҙы. Гуманитар колоннаны Саҡмағош районы хакимиәте башлығының контракт хеҙмәте мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе етәкләне. Башҡа ирекмәндәр менән бергә Айҙар Насиров зонаға үҙенең «УАЗ» һәм «Нива» внедорожниктарын да алып килә.
Гуманитар ылау тотош Саҡмағош районы ярҙамында туплана. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарын ауыл халҡы ла, эшҡыуарҙар ҙа ҡеүәтләп сығыш яһай. Әйткәндәй, Саҡмағоштан Донбасҡа ебәрелгән 23-сө гуманитар ярҙам.