Баймаҡта халыҡ ижадын пропагандалаған тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле сара үтте

Бишек йырҙары - халҡыбыҙ рухы. Ғаилә йылы уңайынан Баймаҡ ҡалаһының «Әкиәт» балалар баҡсаһында халыҡ ижадын пропагандалаған тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле сара үтте. Тулыраҡ, киләһе яҙмала.

Конкурста Бейешевтар, Такаловтар, Ишембәтовтар, Лызловтар ғаиләләренән - әсәй, өләсәй, ейән-ейәнсәр ҡатнашты. Өс быуын ҡунаҡтарҙы, жюри ағзаларын үҙҙәре менән таныштырҙы, ғаиләнең ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында һөйләне, аш-һыуын тәҡдим итте.

Фаяз Такалов - бәләкәстән өләсәләренең тәрбиәһенә, уларҙың һөйөүөнә сорналып үҫә. «Бишек йырҙары - халҡыбыҙ рухы» сараһында ул әсәһе һәм ике өләсәһе менән ҡатнашты.

Сәңгелдәк йыры беҙҙең халыҡта баланы йоҡлатыу өсөн генә түгел, ә бәләкәстең фекерләү ҡеүәһен, ижади хыялын үҫтереү уңайынан да файҙаланылған. Бәйгелә өләсәйҙәр ейәндәренә йыуатҡыстар, әүрәткестәр һөйләһә, әсәйҙәрҙең бишек йыры менән сығыштары байрамды тағы ла йәмләне.

Ғаилә йылы уңайынан үткәрелгән күркәм сарала һәр сығыш үҙенсәлекле, йөкмәткеле булды. Бәйгенең маҡсаты - ғаилә-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға, кескәйҙәрҙә әсәй-өләсәй абруйын күтәреүгә ҡайтып ҡалды.