Башҡортостанда онкология сирҙәрен дауалау, диагностика, инфраструктура. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа яман шеште дауалауға арналған семинар-кәңәшмә үтте. Ул Дәүләт Думаһының онкология, онкогематология, трансплантация буйынса эш төркөмө тарафынан ойошторолған. Сарала Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, Дәүләт Думаһы депутаты Александр Румянцев сығыш яһаны. Эшсе төркөм Өфөлә быйыл ғына файҙаланыуға тапшырылған Балалар онкологияһы һәм гематология үҙәгендә лә булды. Мәскәү ҡунаҡтарның тәьҫораттарын БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты.
Өфө ҡыҙы Аняның һуңғы йылы дауахана койкаһында үтә, 10 йәшлек ҡыҙға табиптар былтыр киҫкен лимфобластар лейкозы диагнозы ҡуйған. Йыл дауамында химия терапияһы бара. Аняның әсәһе Наталья Аҫылбаева яңы үҙәк асылыуға ҡыуанып бөтә алмай. Палаталар яҡты, иркен, заманса йыһазландырылған.
Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә сафҡа индерелгән. Төҙөлөшкә федераль һәм республика бюджетынан 4 миллиард һум йүнәлтелә. 18 мең квадрат метрға яҡын майҙанды биләгән объектта онкология, гематология, радиология тикшеренеүҙәре бүлексәләре, молекуляр-генетика лабораторияһы урын алған. Үҙәк 92 пациентҡа иҫәпләнгән.
Балалар онкологияһы һәм гематология үҙәгенә ихтыяж ҙур. Әлеге ваҡытта республикала яман шеш ауырыуҙары менән 966 бала иҫәптә тора. Ошоға тиклем кескәй пациенттар тейешле дауалау курсы үтеү өсөн федераль үҙәктәргә ебәрелһә, хәҙер Башҡортостанда ла ҡатмарлы диагноздар менән көрәшеү өсөн заманса шарттар бар. Дәүләт Думаһы депутаты Александ Румянцев республиканың эш тәжрибәһен юғары баһаланы.
Семинар-кәңәшмәлә һүҙ Башҡортостандағы эш алымдары, заманса шарттар тураһында барҙы. Александр Румянцев һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы ҡануни үҙгәрештәр тураһында ла әйтеп үтте. Мәҫәлән, юғары һөҙөмтә күрһәткән осраҡта Рәсәйҙә лицензия үтмәгән медицина препараттарын ҡулланыу мөмкинлеге. Сөнки һүҙ бала ғүмере хаҡында барғанда бар алымдарҙы ла ҡулланыу мотлаҡ. Александр Румянцев Республиканың эш тәжрибәһен башҡа төбәктәргә лә таратыу тәҡдимен дә индерҙе. Әйткәндәй, быйыл Балалар онкологияһы һәм гематология үҙәгендә трансплантация һәм туҡыма технологяилары индерелә.
Тиҙҙән үҙәктә елек майын күсереп ултыртыу буйынса операциялар ҙа үткәрелә башлай. Был Башҡортостан тарихында тәүге тапҡыр һәм баланың ғүмерен ҡотҡарыу мөмкинлеге бирә. Трансплантациянан һуң пациенттар өсөн ошондай бар уңайлыҡтары булған палаталар әҙерләнгән. Быяла аша ғына ата-әсәләр өсөн бүлмә. Сөнки сир йоҡтороу ихтималлығы булырға тейеш түгел. бында хатта тәҙрәләрҙе асыу ҙа тыйыла.
Рәмзиә Кәримова