МХО ветерандары өсөн диспансеризация үтеүҙә уңайлыҡтар булдырыла

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн диспансеризация үтеүҙә уңайлыҡтар булдырыла. Был турала Республика Башлығы янындағы ведомство-ара комиссия ултырышында белдерелде. Диспансеризация бер көндә, билдәләнгән ваҡытта уҙғарылырға тейеш. Махсус хәрби операция ветерандары тәү сиратта ҡабул ителә. Башҡортостанда ике йылда 1 мең 200-ҙән ашыу хәрби диспансер тикшереүе үткән.