Уның оҫтаханаһында аш-һыу бүлмәһе өсөн ағастан кәрәк-яраҡ һәм мебель етештерелә. Архангел районынан Алексей Губачев фотолағы кеүек матурлыҡты 10 йылдан ашыу эшләй. Алтын ҡуллы замандашыбыҙ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров таныштырҙы.
Алексейҙың ағастан киҫелгән иконалары ла бар, ә уның ҡатыны Наталья биҙәү менән шөғөллөнә. Бер нисә шундай иконаны ғаилә махсус хәрби операциялағы яҡташтарына оҙатҡан. Бөгөн улар геройҙарыбыҙға рухи ярҙам булып хеҙмәт итә. 2023 йылда Алексей Губачев район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Хәтерегеҙгә төшөрәм, һәр муниципалитетта бизнес-шерифтар бар, уларҙың бурысы - бизнес-проекттарҙы оҙатыу һәм эшҡыуарҙарға дәүләттән ярҙам алыу. Алексей Хеҙмәт министрлығы линияһы буйынса социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам менән файҙалана алды. Алексейға хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерәм һәм уңыштар теләйем, тип яҙған Башҡортостан башлығы.