Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һыу баҫыу хәүефе тураһында иҫкәртә

2 апрелдән 5-нә тиклем төбәктә аномаль йылы һауа торошо фаразлана, уртаса һауа температураһы норманан 3-7 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ. Термометр бағанаһы төндә 0-дән 5 градусҡа тиклем, көндөҙ 10-15 градусҡаса күтәреләсәк. Ҡар әүҙем ирейәсәк. 3 апрелдән 7-һенә тиклем дала йылғалары асылыуы көтөлә.

Кесе дала йылғаларында боҙҙоң емерелеү процесы тығындар менән оҙатылыуы мөмкин. Тығындар хасил булғанда йылғаларҙың ярҙарынан сығыуы, ҡайһы бер йорт-ҡаралтыларҙың һыу аҫтына ҡалыуы ихтимал. Ҡурҡыныс янағанда яр буйы участкаларында йәшәүселәргә балаларҙы, ололарҙы һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе хәүефһеҙ урынға күсерергә, йорт хайуандарын бәйҙән ысҡындыдырға, ә малдарҙы ҡалҡыулыҡҡа ҡыуырға кәңәш ителә.

Иң ҡиммәтле мөлкәтте биналарҙың өҫкө ҡаттарына күтәрергә, шулай уҡ документтар, аҡса, ҡиммәтле әйберҙәр, йылы әйберҙәр, түшәк кәрәк-яраҡтары, өс көнгә етерлек эсәр һыу һәм аҙыҡ-түлек запасы әҙерләү талап ителә. Өйҙән сығыр алдынан электр тәьминәтен, газды һүндерергә, тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе ябырға онотмағыҙ, тиелә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты иҫкәртеүендә.