Көнсығыш сығыу юлында дрифт ойошторған водитель ҡулға алынды

Өфө дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Көнсығыш сығыу юлында дрифт ойошторған водителде ҡулға алды. Республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, дрифт яҙмаһы социаль селтәрҙә барлыҡҡа килгән. Унда 14-се модель «ВАЗ» автомобиленең яңы асылған юлда хәүефле маневрҙар яһауы күренә.

Инспекторҙар тәртип боҙоусыны оператив рәүештә таба. Ул водитель таныҡлығы булмаған 22 йәшлек егет булып сыға. Шулай уҡ уның юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 90 тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булыуы асыҡлана. Был юлы йәш автомобиль хужаһы 5 тәүлеккә ҡулға алына, транспорт сараһы махсус туҡталҡаға оҙатыла.