Өфөлә «Хакатон» форумының төбәк этабы башланды

Хакатон дуҫтарын йыя. Өфөлә «Хакатон» форумының төбәк этабы башланды. Ярыш программалары өҫтөндә эшләгән белгестәрҙе, программистарҙы, дизайнерҙарҙы, менеджерҙарҙы бергә йыя. Улар командаларға бүленеп проекттар өҫтөндә эшләй.

Башҡортостандағы төбәк этабы «Өфөхак» тигән исем аҫтында үтә. Быйыл ул Евразия фән-белем үҙәге базаһында ойошторолған. Бында ярышты юғары кимәлдә уҙғарыу өсөн тулы шарттар бар. Команда ағзалары ошонда уҡ кейстар өҫтөндә эшләй, туҡлана һәм йоҡлай. Сөнки конкурс тәүлек әйләнәһенә бара. Йәштәр ҡеүәтле компаниялар өсөн кейстар әҙерләргә тейеш. «Өфөхак»тың приз фонды 200 мең һум.

Командалар араһында программалар төҙөү менән яңы шөғөлләнә башлаусылар ҙа, тәжрибәле йәштәр ҙә бар. Мәҫәлән, «Скай» командаһы ағзалары Илназ Фәтҡуллин менән Тимур Иҙрисов үткән йылда федераль кимәлдәге милли премияға лайыҡ булған. Уларҙың юғалған кешеләрҙе табыу буйынса проекты 100 миллион һумлыҡ приз яулаған. Егеттәр «Өфөхак» ярышында ла кешеләрҙең йөҙҙәрен таныу буйынса кейсты һайлаған. Тик был юлы юғалғандарҙы эҙләргә түгел, ә кешеләрҙең йөҙҙәрен танырға кәрәк.