Республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән мәктәп уҡыусылары төрлө компетенцияларҙа көс һынаша. Әйтәйек, «Лаборатор химия анализы» йүнәлешендә юниорҙар разрядында ете ҡатнашыусы беренселек өсөн ярышһа, «Прототиптар әҙерләү»ҙә команда эшенә төп баҫым яһала. Һуңғылары билдәләнгән һыҙымдар буйынса 3д-принтер менән эшләү оҫталығын күрһәтергә тейеш. Чемпионатта хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланылған компетенциялар һайлап алынған, күләмле сара эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән.