Кушнаренко районы Баҡай ауылы мәҙәниәт йортоноң моделле китапханаһында «Өҙөлмә, йыр» тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисә ойошторолдо. Сарала Башҡортостандың халыҡ шиғиры Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова ҡатнашты.
Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе Әлфиә Кәримованың әсәһе Рауза Суфиян ҡыҙының тамырҙары Баҡай ауылынан. Әлфиә Мостай ҡыҙы ата-әсәһенә рухташ булған яҡташтары менән осрашты. Баҡайҙар осрашыуға ентекле әҙерләнгән. Мәҙәниәт йорто фойеһында ауыл оҫталары ижадын сағылдырған бай күргәҙмә ойошторолған. Әлфиә Кәримова һәләтле яҡташтарына ижади эштәрендә артабан да уңыштар теләне, китапханаға атаһының китаптарын бүләк итте.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижадына арналған кисә мәҙәниәт йорто сәхнәһендә уҙҙы. Әлфиә Мостай ҡыҙы ата-әсәһенең тормошонан иҫтәлекле хәтирәләр менән уртаҡлашты. Кисәлә күренекле әҙиптең шиғырҙары, поэмалары яңғыраны. Баҡай мәктәбе уҡыусылары һәм профессиональ артистар сығышын тамашасы көслө алҡыштарға күмде. Әҙәби-музыкаль кисә Мостай Кәримдең «Һаумы, тиҙәр гөлдәр!» йыры менән тамамланды.