Яҙҙар менән килгән һөйөүем һин. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизовтың концерты уҙҙы. Тамашала йырсының ижадташ дуҫтары, яҡташтары ҡатнашты. Программала сәхнә оҫтаһының хиттары, премьералары яңғыраны.