Өфөлә Туймазы татар дәүләт драма театры «Мин теремен икән әле» спектаклен күрһәтте

Өфө «Нур» татар дәүләт театры сәхнәһендә Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса «Мин теремен икән әле» тип аталған спектакль күрһәтелде.

Кесе Ватан мәҙәниәте театраль декаднигы сиктәрендә уны Туймазы татар дәүләт драма театры ҡуйҙы. Әҫәр һуғыш, юғалтыуҙар һәм ил өсөн ауыр осорҙа йәшәгән кеше яҙмышын сағылдыра. Спектакль дауамында тамашасыларға шағирҙың шиғырҙары тәҡдим ителә.