Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Винни-пух» спектакленең премьераһы үтте

Яңыртылған бинала сәхнәләштерелгән әҫәрҙе тамашасылар йылы ҡабул итте. Спектакль балалар өсөн генә түгел, өлкәндәр, ата-әсәләр өсөн ҡыҙыҡлы сценарий буйынса ҡуйылған. Тамашала йәнһүрәттең төп геройҙарынан тыш Кеше персонажы ла ҡатнаша. Ул Винни-Пух, Пяточок һәм башҡа геройҙар менән бергә фәлсәфәүи һорауҙарға яуап әҙләй.