30 мартта 13 йәшлек Павел Паличев менән 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов өйҙәренән сығып китә һәм кире әйләнеп ҡайтмай. Улар бөгөнгәсә яҡындары менән бәйләнешкә инмәгән. Малайҙар ата-әсәләренә Шәфиев урамындағы «Аҡсарлаҡ» балалар һауыҡтырыу лагеры эргәһендә буласағын әйткән.
Эҙләү барышында уларҙың рюкзактары Ағиҙел йылғаһынан алыҫ булмаған урманда табылған. Водолаздар йылғаға төшөп эҙләп тә ҡараған, тик һөҙөмтә юҡ. Был эш бөгөн дә дауам итә. Әйткәндәй, «ЛизаАлерт. Башҡортостан» эҙләү сараларында ҡатнашыу өсөн ирекмәндәр йыйыу тураһында иғлан итте. Өфөнөң 40-сы мәктәбендә эҙләү штабы булдырылған. Үҫмерҙәр тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәрҙең экранда күрһәтелгән телефон һандары буйынса хәбәр итеүҙәре һорала.