Өфө фән һәм технологиялар университеты «Киләсәк моторҙары» алдынғы инженер мәктәбендә өлкән класс уҡыусылары өсөн интенсив курстар ойошторолдо. Үҫмерҙәр заманса ҡоролмалар, пилотһыҙ осоу аппараттары, авиа- сәнәғәт, төҙөлөш тармаҡтарында ҡулланылған технологияларҙы йыйыу проекттарын әҙерләп практик белемен камиллаштырҙы. Университетта «Киләсәк моторҙары» әйҙәүсе инженер мәктәбе 2022 йылдан эшләй. Федераль проект сиктәрендә ғилми-ғәмәли эш алып барыуға махсус лабораториялар, производство цехтары булдырылған.