Өфөлә 67 йәшендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәлих Сөләймәнов арабыҙҙан китте

Республиканың опера сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Өфөлә 67 йәшендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле опера йырсыһы Сәлих Сөләймәнов арабыҙҙан китте.

Сәлих Фәрих улы Сөләймәнов 1956 йылдың 1 октябрендә Күгәрсен районы Теләүембәт ауылында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтында күренекле профессор Баныу Вәлиева класында белем алған. Сәлих Сөләймәнов 1987 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы солисы. Лирик тенор донъя операларынан партиялар башҡара, бынан тыш күп кенә милли операларҙың беренсе башҡарыусыһы була. Сағыу характерлы артист бәләкәй генә ролдәргә лә ҡабатланмаҫ деталдәр индерә. «Мадам Баттерфляй»ҙа Горо, « Паяцы» ла Пеппе, «Ярғанат» та Блинд, «Батша кәләше» ндә Бомелий, «Салауат Юлаев» та Бохайыр, «Ҡаһым түрә» лә Насир, «Ҡоҙаса» ла Яппар ролдәрен башҡара. Сәлих Сөләймәнов иртәгә, 2 апрелдә, Баймаҡта ерләнә.