Малайҙарҙы табырға ярҙам ҡулы һуҙырға теләгән ирекмәндәр 40-сы мәктәптә йыйыла. Бөгөн ирекмәндәр өс йөҙҙән ашып китте. Ҡотҡарыусылар ҙа эшен дауам итә. Урман биләмәләренән тыш, улар йылғаларҙы, боҙ өҫтөн һәм аҫтын да тикшерә. Үҫмерҙәрҙе эҙләү операцияһы тураһында киләһе яҙмала.
Сәләмәтлек һуҡмағы Воронки...Ата-әсәләр әйтеүенсә, малайҙар ошонда йөрөргә тейеш булған. Икенсе көндө урман янында уларҙың рюкзактары табыла, әммә юлда түгел, Ағиҙел йылғаһы ярына яҡыныраҡ ерҙә.
2010 йылғы үҫмерҙәр Павел менән Дамирҙың юғалыуы тураһында 31 мартта билдәле булды. Тәүге ике көндә ҡотҡарыусылар алты мең кубометр һыу ятҡылығын ҡарап сыҡты. Бөгөн радиус тағы ла киңәйтелде . Ҡотҡарыусылар «Биатлон» спорт комплексы районында йылғаны тикшерҙе. Белгестәр арсеналында һауаға тултырылған ҡотҡарыу күпере һәм һыу аҫты камераһы ла бар.
Әлегә был эштәр һөҙөмтә бирмәгән. Гүзәл Әҙеһәмова 40-сы мәктәптә яңылыҡтар көтә. Юғалған малайҙарҙың әсәһе ирекмән-эҙләүселәр менән төрлө һуҡмаҡтарҙы үтеп, ташландыҡ биналарҙы ла ҡараған. Әсә ирекмәндәргә рәхмәтле, улының һәм уның дуҫының уларҙ ярҙамы менән табылырына ышана.
Эҙләү штабында ла ирекмәндәр артҡандан-арта. Отрядтар алмашлап эшләй һәм аныҡ инструктаж үтә. Урманға яҡын биләмәләрҙе лә, йылға аръяғындағы арауыҡтар ҙа , баҫыуҙар ҙа ныҡлы тикшерелә. Кинологтар ҙә йәлеп ителгән. Квадрокоптерҙар ярҙамында һауанан эҙләү эштәре башҡарыла.
Әлеге ваҡытта ирекле эҙләү отрядтары 800 километр үткән. Бөгөндән штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй. Бындай режим юғалған малайҙар тураһында хәбәр килгәнгә тиклем һаҡланасаҡ.
Гүзәл Борханова