Соҡалаҡ йылғаһы буйындағы йырын шәхси йортҡа һәм гараждарға яҡынлаша. Шаһиттар әйтеүенсә, ашығыс рәүештә эргәлә торған машиналарҙы алырға тура килгән. Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр быға тиклем дә урында ерҙең убылыуын билдәләй.
Әлеге осраҡ буйынса Граждандарҙы яҡлау идаралығы, Киров районы һәм ҡала хакимиәте, яуаплы ойошмалар ҡатнашлығында күсмә кәңәшмә үтте. Хәүефле биләмә кәртәләнеп алынған. Гараждарҙың хужалары билдәләнә.