Түләүле юл йөрөү 1 апрель шаяртыуы түгел. Өфөнөң Көнсығыш сығыу юлына билдәләнгән тарифтар ғәмәлгә ашырыла башланы. Юл хаҡы машинаның ҙурлығына һәм тәүлектең ваҡытына ҡарап айырыла. Мәҫәлән, бейеклеге 2 метрҙан артмаған еңел автомобиль, йә мотоцикл өсөн көндөҙ 100 һум түләргә кәрәк -хаҡ иртәнге сәғәт 6-нан ғәмәлгә инә. Ә инде төн уртаһынан был төр транспорт саралары өсөн юл хаҡы 20 һум тәшкил итә. 2 метрҙан бейегерәк машиналар өсөн 250 һәм 50 һумлыҡ тарифтар билдәләнгән.
Был оффроуд һөйөүселәргә лә ҡағыла, уларҙың автомобилдәренең клиренсы юғары булыу сәбәпле, тейешле нормативтан ашып китә. Был аҡса республиканың юл фондына китә. Транспорттың ҙурлығына ҡарап, һыҙаттар буйлап йөрөү сикләнмәй. Әммә түләү ысулына иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында сират барлыҡҡа килеүе ихтимал.