Юлдарҙа йөк машиналарын үлсәү пункттары эшләй. Уларҙа транспорт сараһының һәр күсәренә төшкән ауырлыҡ күләме иҫәпләнә. Ауыр йөк машиналарының юл буйлап хәрәкәте билдәләнгән йөкләмәләргә ярашлы тормошҡа ашырыла.
Иҫәпләнгән норматив йөкләмә 10 тонна тәшкил итә.Тыйыуҙы боҙған өсөн автомобилдәр штраф туҡталҡаларына күсерелә, юридик шәхестәргә штраф һалына. Сикләү юл япмаһын боҙоуҙан һаҡлау өсөн индерелә. Башҡортостанда ауыр йөк автомобилдәре хәрәкәтен ваҡытлыса сикләү 30 апрелгә тиклем ғәмәлдә.
Кәрәк булғанда, рөхсәт ителгән массанан артыҡ йөк тейәгән машина хужалары махсус рөхсәт буйынса ғына йөрөй ала. Сумма ташылған йөктөң ауырлығына һәм маршруттың оҙонлоғона бәйле. Был төр хеҙмәт Рәсәй юлдарын мониторинглау федераль ҡаҙна учреждениеһы тарафынан электрон төрҙә күрһәтелә. Махсус рөхсәт алыу өсөн ғариза йөк ташыусының шәхси кабинеты аша рәсми сайтта бирелә.