Башҡортостанда ике юл һәм өс күпер һыу аҫтында ҡалған

Атап әйткәндә, Баймаҡ - Первомайское һәм Шишмә районының Күсем ауылы юлдарын һыу баҫҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан билдәләүҙәренсә, урау юлдар бар, ашығыс хеҙмәттәр өсөн тотҡарлыҡ юҡ. Бынан тыш, Хәйбулла районы Таштуғай, Миәкә районы Сурай һәм Кушнаренко районы Яңы Басҡаҡ ауылдары күперҙәре өҫтөнән һыу аҡҡан.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 2 апрелдән 5-нә тиклем республикала аномаль йылы һауа торошо фаразлана, уртаса һауа температураһы норманан 3-7 градусҡа юғары буласаҡ. Бындай шарттарҙа ҡар ныҡлап ирей. Ағиҙел йылғаһы бассейны йылғаларының асылыу ваҡыты күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән 2-4 көнгә иртәрәк көтөлә.