«Башҡортостан» милли паркында айыуҙар ҡышҡы йоҡонан уянған

Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылында йәшәүсе Ридан Хәкимов Ағиҙел йылғаһы буйында йөрөгән тайыштабанды кеҫә телефонына төшөргән. Өңөнән ул моғайын, дым юғары булғанлыҡтан сыҡҡан. Сөнки һуңғы көндәрҙә ямғыр ныҡ яуҙы, был хайуандың тыныслығын боҙоуы ихтимал»,-тип аңлатма биргән милли парк хеҙмәткәрҙәре.