Башҡортостанда 112 Системаһына йорт яндарын һыу баҫыу тураһында 40 хәбәр килгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Дәүләкән районы Ҡамсалытамаҡ ауылы янында Өршәк йылғаһы 96 сантиметрға күтәрелгән. Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр ауылы янында Ҡармасан йылғаһы кимәле 89 сантиметрға артҡан. Кушнаренко районы Шыршы-Тартыш ауылы эргәһендә Сәрмәсән тәүлек эсендә 84 сантиметрға күтәрелгән.Шулай уҡ Баймаҡ, Хәйбулла, Миәкә, Кушнаренко, Шишмә һәм Туймазы райондарында ике юл һәм 4 күперҙең һыу эсендә ҡалыуы буйынса хәл контролдә тотола, тип хәбәр итәләр ведомствонан.