Ҡала хакимиәте башлығы эш башланыуы тураһында хәбәр итте. Проектҡа ярашлы, 1969 йылда төҙөлгән бина һүтелә, уның урынында яңыһы төҙөлә. Реконтрукцияны киләһе йылда тамамлау планлаштырыла. 23-сө мәктәптәге эштәр республика адреслы инвестиция программаһына индерелгән. Проект өсөн 500 миллион һумдан ашыу аҡса тотоноу ҡаралған.