Ил президенты юбилей дата тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы байрам киләһе йылда федераль кимәлдә билдәләнә. Хөкүмәткә ойоштороу комитетын әҙерләргә ҡушылған. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе Өфө һәм Башҡортостандың иң ҙур предприятиеһы булып тора. Бында 25 мең кеше эшләй. Заводта авиация двигателдәре, вертолеттар өсөн деталдәр, газ ҡыуыу ҡорамалдары етештерелә.