Башҡортостанда быйыл яҙ хәрби хеҙмәткә мотлаҡ саҡырылыш буйынса 5 мең ярымдан ашыу егет алына. Республика хәрби комиссары Михаил Блажевич белдереүенсә, был һалдаттар махсус хәрби операцияла ҡатнашмай. Улар хәрби частарға апрель аҙағында оҙатыла. Барыһы ла кейем-һалым, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителә. Армияға яҙғы саҡырылыш 15 июлгә тиклем дауам итә. Быйылдан башлап 18 йәштән 30 йәшкә тиклемгеләр саҡырыла.