“Йәшел Башҡортостан” акцияһы быйыл 27 апрелдә үтә

Сара барышында район һәм ҡалаларҙа ағастар ултыртыла. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдереүҙәренсә, апрель һәм майҙа биләмәләрҙе санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү өмәләре ойошторола. Былтыр яҙ “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында 110 меңдән ашыу төп ағас ултыртылды.