Өфөлә легендар диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол турниры дауам итә. Кубок өсөн 6 команда көс һынаша. “Туғандар” йыйылма командаһында Әхәт Мотаһар улының улы Салауат Мортазин һәм кейәүе Фәнис Мөхәмәтйәнов уйнай.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт"Әхәт Мортазин волейболды популяр итеүгә күп көс һалды. Егет һәм ҡыҙҙарҙы был спорт төрөнә йәлеп итте, волейболсылар сафын киңәйтте”, - ти Башҡортостан Журналистар берлеге рәйесе Вәдүт Исхаҡов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӘхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған волейбол турниры барышын “Юлдаш” радиоһының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә ҡарарға була.