Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, сара барышында фекер алышыу майҙансыҡтары ойошторола. Унда һәләтле балалар һәм йәштәрҙе үҫтереү, яңы мәғариф программалары үтәлеше һәм башҡа мәсьәләләр ҡарала. “Ҡанатлан” форумы Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тәүге тапҡыр 2019 йылда ойошторолдо. Уның һөҙөмтәһе булараҡ мәктәптәрҙә төрлө белем биреү модулдәре барлыҡҡа килде.