Радий Хәбиров Өфөлә Башҡортостан Фехтование үҙәген асыу ваҡытын иғлан итте

Республика Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, төҙөлөш сентябрҙә тамамланырға тейеш. Фехтование үҙәген Өфө юбилейы һәм “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумына файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. Бина Затон биҫтәһендә Спорт әҙерлеге үҙәге янында Республика адреслы инвеситиция программаһы ярҙамында төҙөлә. “Башҡортостанда – фехтование мәктәбе көслө. Беҙҙең тәрбиәләнеүселәр араһында Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары бар. Яңы үҙәктә республика, төбәк-ара һәм Бөтә Рәсәй ярыштары ойоштороласаҡ”, - тип яҙа Радий Хәбиров.