Һауа судноһынан Ағиҙел йылғаһы үҙәнен тикшереү барышында оҙон ҡуңыслы итек табылған. Күк төҫтәге аяҡ кейеме юғалған үҫмерҙәрҙең береһенеке булыуы ихтимал. Әле был урында водолаз эштәре үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған ял көндәрендә Өфөнөң 6-сы пристань районында урман массивында ике үҫмер юғалды. Уларҙы эҙләүгә полиция, ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр, водолаздар һәм кинологтар йәлеп ителгән. Шулай уҡ бөгөн Затон һәм баш ҡаланың төньяҡ өлөшө өҫтөнән самолет тибындағы дрондар, пилотһыҙ осоу аппараттары файҙаланыла. Был ҡоролмалар ҙа юғалған үҫмерҙәрҙе эҙләүҙә ҡатнаша.