Был турала видеояҙма дәүләт автоинспекцияһының чат-ботына килә. Унан күренеүенсә, «Kia Optima» водителе пассажирҙарҙы автомобиль ҡыйығында ташый. Инспекторҙар Ҡыйғы районынан 20 йәшлек егеткә ҡарата өс административ материал төҙөй. Бынан тыш, автомобиль пассажирҙары ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Вайымһыҙ булмаған граждандарға ярҙам һәм ваҡытында бирелгән мәғлүмәт өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, тип яҙған республиканың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов.