Быйыл юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы 20 июндә старт ала

Республика вуздарына уҡырға инеү ысулдары, бюджет урындар, яңы йүнәлештәр менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында Ҡытайҙан килгән студенттар ҙа академик вокал дәрестәрен ала. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова камералы йыр, педагогик практика дәрестәрен дә алып бара. Остаз билдәләүенсә, опера йырлау сәнғәтен үҙләштереү күп көс талап итә, һәләтле йәштәр быға әҙер булырға тейеш.

Башҡорт музыкаһы, вокал, театр, һынлы сәнғәт - институт ҡарамағында дүрт факультет эшләй. Киләһе уҡыу йылына 1 курсҡа 250 студент ҡабул итеү ҡаралған, уларҙың 105-е бюджет урынға дәғүә итә. Юғары уҡыу йортонда яңғыҙ халыҡ йырын башҡарыу кеүек яңы йүнәлеш тә асылған.

2024 йылдың ҡабул итеү кампанияһына килгәндә, быйыл Башҡортостан вуздарында ун биш меңгә яҡын бюджет урыны булдырылған, уларҙың 5600-ө Өфө фән һәм технологиялар университетына тура килә. Инженерҙар һәм айтибелгестәрҙән алып - педагогтар һәм филологтарға тиклем - юғары уҡыу йорто мәғариф программалары буйынса алдынғы һанала.

Быйыл эш биреүселәр һәм абитуриенттар өсөн маҡсатлы йүнәлтмә буйынса Берҙәм платформа булдырыла, ул «Рәсәйҙә эш» һәм «Дәүләт хеҙмәттәре» порталдары менән бәйләнгән. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан хәбәр итеүҙәренсә, яңы ҡағиҙәгә ярашлы, абитуриент тик бер заказ биреүсе һәм бер юғары уҡыу йорто менән генә килешеү төҙөй аласаҡ.

Башҡорт дәүләт аграр университетына килгәндә, быйыл бакалавриат, магистратура, аспирантура, урта махсус һөнәри белем кимәлдәре буйынса мең ярымға яҡын бюджет урыны билдәләнгән. Ун процентҡа үҫеш күҙәтелә.

Һуңғы сирек башланды, алда Берҙәм дәүләт имтихандарына етди әҙерлек. Һынауҙы уңышлы үтеү - бюджет урынға эләгеү мөмкинлеген дә арттыра. Һәр йылдағыса юғары уҡыу йорттарында шәхси ҡаҙаныштар өсөн дә өҫтәмә балдар бирелә.

Гөлназ Хәйбуллина