Радий Хәбиров Амур өлкәһендә һәләк булған тау эшселәренең туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Амур өлкәһендә ҡотҡарыу операцияһы тамамланғандан һуң тау эшселәренең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғәҙәттән тыш хәл тураһында мәғлүмәт килгәндән һуң, Сибай һәм Учалы районы хакимиәттәре шунда уҡ рудник емереклектәре аҫтында ҡалған тау эшселәренең туғандары менән бәйләнешкә ингән. 18 йәшкә тиклем балалары һәм 23 йәшкәсә көндөҙгө бүлектә белем алған студенттары булған шахтер ғаиләләре ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсия аласаҡ. Шулай уҡ улар предприятиенан да түләүҙәр ала башлаған. Һорау һәм мөрәжәғәт булған осраҡта бәләгә тарыусыларҙың туғандарына өҫтәмә ярҙам да күрһәтеләсәк, тип хәбәр ителә мәғлүмәттә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Амур өлкәһендәге «Пионер» руднигында бәхетһеҙ осраҡ 18 мартта теркәлде. 13 кеше, шул иҫәптән Башҡортостандан биш кеше емереклектәр аҫтындағы шахтала ҡалды. Ҡотҡарыу операцияһы тамамланды: үкенескә, разведка мәғлүмәттәре шахтаның һыу аҫтына китеүен күрһәтте.