Полиция мутлашыу тураһында 26 ғариза ҡабул иткән. Өфөнән 67 йәшлек ирҙе мобиль телефон номерын ҡулланыу ваҡыты тамамлана, банк картаһында шәхси мәғлүмәттәр юғала тип алдағандар, ул 2 миллион ярым һум аҡсаһына өҫтәп тағы 1 миллион һум кредитты мутлашыусыларға күсергән. Мәсәғүттән 82 йәшлек ханым йәнәһе лә аварияла ғәйепле ҡыҙын енәйәт эшенән һаҡлап ҡалам тип 300 мең һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Полициянан хәбәр итеүҙәренсә, билдәһеҙ кешеләрҙең аҡса, иҫәп, инвестиция, авария тураһында һүҙ башлауы шунда уҡ шик тыуҙырырға тейеш, улар менән һөйләшергә ярамай.